Интеллектуаль бәйле иртәгә үтә. Унда 6-11 класс уҡыусылары белемен һынап ҡарай ала. Викторинала ҡатнашырға теләүселәр бөгөн сайтта теркәлергә тейеш. Шарт буйынса 60 минут эсендә 40 һорауға яуап бирергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусыға сертификат бирелә. Яҡташыбыҙ, танылған совет дипломаты, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы илсеһе Кәрим Хәкимовтың тыуыуына быйыл 130 йыл тула. Интернет-викторинаға бәйле тулыраҡ мәғлүмәтте Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында табырға була.






