Башҡортостан депутаттары Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеген закон менән көйләргә йыйына

Башҡортостан депутаттары Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеген закон менән көйләргә йыйына
Фото №1 - Башҡортостан депутаттары Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеген закон менән көйләргә йыйына

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында бизнес һәм власть араһында хеҙмәттәшлеккә бәйле ҡанун проекты ҡарала. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү программаһы, тышҡы иҡтисади һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Шуға бизнес йәмғиәт эшен айырым закон менән көйләү шарт. Башҡа төбәктәрҙә бындай тәжрибә күптән ҡулланыла, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлегенә бәйле ҡанун күптән эшләп килә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ