18 йәшкәсә көрәшселәр араһында турнир ошо көндәрҙә Черногорияла үтте. Азалия Әминева финалда Украина вәкиле менән осрашты һәм алтын миҙалға лайыҡ булды. Дөйөм зачетта Рәсәй командаһы беренсе урын алды. Азалия Әминева Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ике йыл элек яҡташыбыҙ Европа беренселегендә көмөш миҙалға эйә булғайны.





