Хәйбулла районынан Азамат Шакиров хәрби хеҙмәткә алыныр өсөн күҙҙәренә коррекция яһатҡан. Шулай уҡ егеткә 14 килограмға ябығырға тура килә. Көҙгө саҡырылышта ҡатнашыусы яҡташыбыҙ менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Хәрби форма алып, казармаға юл тоторға ваҡыт. Аҡъярҙан Азамат Шакировҡа 25 йәш. Әрмегә барыр өсөн егеткә дөрөҫ туҡланыуға күсеп, артыҡ килограмдарынан арынырға тура килгән. Диета, физик күнекмәләр һөҙөмтәһеҙ үтмәй – быны кейем үлсәмдәре лә дәлилләй.
Ябығыу бер, Азаматтың күреү һәләте лә насар булған, минус алты. Быйыл көҙгө саҡырылыш ваҡытында тап күҙ табибы егетте запаста ҡалдырырға ҡарар итә. Әммә һуңғыһының хәрби хеҙмәткә алыныу теләге еңеп сыға. Һөҙөмтәлә ул әрмегә китеүҙе кисектереп, күҙҙәренә коррекция яһата.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, хәрби хеҙмәткә алыныуҙың ыңғай яҡтары күп. Өфөләге йыйылыу пунктына килгәс тә, Азамат Шакиров подразделение командиры тип билдәләнә. Әле уның ҡарамағында 27 егет.
Үткер күҙле, көр тауышлы, етди ҡиәфәтле яҡташыбыҙ хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итәсәк. Оло юлға сығыуға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалған.
Башҡортостан хәрби комиссариатында Азамат Шакировты йәштәр өсөн өлгө булыуын билдәләйҙәр. Ҡасмай, киреһенсә, ихтыяр көсөн күрһәтә.
Ә бит илдең Ҡораллы ғәскәрҙәренә эләгеп, ысын ир-егеттәр мәктәбен үтеүселәргә һуңынан дәүләт хеҙмәтенә лә юл асыла. Азамат Шакиров тап ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫҡа теләй.
Азамат үҙ миҫалында йәштәрҙе тәрбиәләргә йыйына. Дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр яһау, хәрби хеҙмәттән ҡурҡмау – яҡташыбыҙҙың тормош девизына әйләнгән. Илһөйәрлек тойғоһо менән ул оло юлға сыға.
Гөлназ Хәйбуллина.




