Республикала көн һайын 110 эпидемиологик бригада эшләй. Медицина белгестәре сиргә шиге булыусыларға йөрөй. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Республикала ковид-19-ҙы асыҡлау буйынса 25 лаборатория эшләй. Унда көнөнә 7 меңдән ашыу тикшереү үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров 65 йәштән олораҡ граждандарҙың изоляция тәртибен үтәүен ҡатыраҡ контролдә тоторға ҡушты.





