Үҙәк уҙған аҙнала эшләй башланы. Бындай ойошма Рәсәйҙә тәүге ошондай структура, ул көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Ситуацион үҙәктең етәксеһе итеп Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева тәғәйенләнде.
Ситуацион үҙәккә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Айырыуса йыш бирелгән һорау – коронавирусҡа тест тапшырған пациенттар анализ һөҙөмтәһен таба алмай. “Был саҡта үҙәк белгестәре ярҙамға килә”, - ти Римма Үтәшева.
Коронавирус менән көрәш буйынса ситуацион үҙәк телефоны – 218-19-19. Өфөнөң коды 347





