Уның береһе “Кәрим Хәкимов – күренекле дипломат” тиа атала. Ул яҡташыбыҙ, сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге илсеһе Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап әҙерләнгән. Милли архив етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов һөйләй.
Икенсе күргәҙмә “Лотфый Ғәҙелов – Кәрим Хәкимовтың беренсе биографы” тип аталған. Лотфи Ғәҙәлов – журналист, Башҡортостан радио комитетында эшләй, оҙаҡ йылдар дипломат Кәрим Хәкимовтың тормошон һәм эшмәкәрлеген ентекле өйрәнә. Уның ярҙамында бөгөн архивта бай мәғлүмәт тупланған, тип дауам итә Ниязбай Сәлимов.
Күргәҙмәләр менәнБашҡортостан Милли архивында танышырға була.






