Башҡортостанда уҙған аҙнала 456 кешегә өй шарттарында коронавирус инфекцияһы һәм пневмониянан дауаланыу өсөн бушлай медикаменттар таратылған. Был турала оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республикала бушлай дарыу тупланмаһы таратыу 16 ноябрҙә башланды. Препараттар поликлиникаларға министрлыҡ аша бүленә. Йыйылмаға антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, тән температураһын төшөрөүсе һәм башҡа препараттар индерелгән. Дарыуҙарҙы адресаттарға еткереүҙә коронавирус сирен еңгән һәм иммуниты булған ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Әле ошондай 300 волонтер һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла махсус костюмдар менән тәьмин ителә.





