Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Киләһе йылда 2 миллиард 600 миллион һум күсерелә. Федераль аҡсаға ауылдар һәм ҡалаларҙа поликлиника, дауахана, табип амбулаторияһы, фельдшер-акушер пункттары төҙөлә йәки капиталь ремонт үткәрелә. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм табиптарға программаны әҙерләп федераль ярҙам юллай алғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Киләһе йылда тәүге медицина ярҙамын үҙгәртеп ҡороу программаһы буйынса дауаханалар ремонтлана, медицина техникаһы һәм табиптар өсөн автомобиль һатып алына.





