Бында белгестәр халыҡ һорауҙарына яуап бирә, консультация үткәрә. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе шунда уҡ хәл ителә. Ситуацион үҙәктә төрлө һөнәр эйәләре эшләй – дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, табиптар. Беҙҙең студия менән тура элемтәлә коллегабыҙ, “Һәнәк” журналының яуаплы секретары, ситуацион үҙәк төркөм лидеры Илгиз Ишбулатов. Хәйерле кис, халыҡ күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрөжәғәт итә?
Белгестәр көн һайын иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Телефоны – 8-347-218-19-19.





