Был турала закон әҙерләнәсәк. Ә урамдарҙы үҙебеҙҙә етештерелгән яҡтыртыу ҡоролмалары яҡтыртасаҡ. Уны сит ҡала һәм өлкәләрҙән һатып алыусы муниципалитеттарҙың эшенә ревизия ойоштороласаҡ. Ә Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге барлыҡҡа килә. Бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙған онлайн-кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. БСТ каналы Хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Бер аҙна эсендә 256 водитель эсеп руль артына ултырған. Икәүһе авария яһаған. Был әле рәсми теркәлгән мәғлүмәт кенә. Эскән килеш тимер атында елдереүселәр киләсәктә автомобилһеҙ ҡаласаҡ. Һүҙ юл фажиғәләрендә метал өйөмөнә әйләнгән машина тураһында түгел, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренә даими рәүештә алкоголь ҡулланған килеш рулдә эләккән водителдәр тураһында. Уларҙың машинаһы тартып алынасаҡ.
Хөкүмәт йортонда онлайн үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо турала закон кәрәклеге тураһында билдәләне. Хөкүмәт һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға закон әҙерләргә ҡушты. Йыл башынан юлда 404 кеше һәләк булған. Был һан милли проектҡа ярашлы, 2030 йылға 160-тан артмаҫҡа тейеш.
Урамдар үҙебеҙҙә етештерелгән яҡтыртыу ҡорамалдары менән яҡтыртылырға тейеш. Республикала өс предприятиела улар етештерелә. Әммә муниципалитеттар сит ҡала һәм өлкәләрҙән һатып алыуға өҫтөнлөк бирә. Мәҫәлән, Дүртөйлө Санкт- Петербург һәм Мәскәү өлкәһенә заказ биргән.
Бер рейс яһау өсөн 100 меңдән ашыу аҡса тотонола. Был 3 миллион һумды елгә осороу тигән һүҙ. Яҡтыртыусы ҡорамалдар һатып алыуҙың ҡараңғы яғын асыҡлау өсөн Башҡортостан Башлығы торлаҡ-коммуналь өлкәһендә ситтән материал килтереүсе муниципалитеттарҙың эшмәкәрлегенә ревизия яһарға ҡушты.
Был балалар майҙансығына ла ҡағыла. Сөнки үҙебеҙҙә производство булып та, балалар майҙансығы һатып алыуҙа 2онән ашыу муниципалитет үҙебеҙҙекенә ҡарағанда региондарҙыҡына өҫтөнлөк биргән.
Был йәһәттән яңы төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге миҫал. Башҡортостанда етештерелмәгән материал ғына сит төбәктәрҙән.
Сөнки инвестициялар йәлеп ителә. Производство бар. Статистикаға күҙ һалғанда, ун ай эсендә сәнәғәт производствоһы үҫеп 100 процентҡа еткән. Пандемия шарттарында был яҡшы күрһәткес тип билдәләне төбәк етәксеһе. Металлургия, автотранспорт, кейем, электр ҡорамалдары сығарыу өлкәләре уңышлы эшләй. Ә бына мебель, полиграфия изделиелары күн менән бәйле етештереүҙә һүлпәнлек күҙәтелә. Ауыл хужалығында ла үҫеш бар.
Республикала коронавирус менән ауырыусылар 13 меңдән артты. Ике аҙна буйы 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимы эшләй. Әммә өлкәндәр араһында ауырыусылар һаны кәмемәй. Башҡортостан Башлығы был йәһәттә күҙәтеүҙе көсәйтергә ҡушты һәм профилле министрллыҡҡа хәлде көйләү бурысын йөкмәтте. Ситуация үҙәкгендә халыҡтан биш меңдән ашыу һорау эшкәртелгән. Радий Хәбиров республиканан ситтә сир йоҡтороп ауырыусы вахтасыларға ярҙам буласағы тураһында белдерҙе.
Рәмилә Исмәғилева.




