Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары исемлегенә йәнә бер кеше өҫтәлде

Пандемия башланған көндән республикала хәүефле сирҙән вафат булыусылар 76 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә республикала ковид 131 яңы осраҡта раҫланды.

Ауырыуҙы барлығы 13 мең 318 кеше йоҡторған. 394 пациент әле дауаханаларҙа, 1422 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 32 сирле ауыр хәлдә, уларҙың 18-е тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. 4 пациент һауыҡҡан.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары исемлегенә йәнә бер кеше өҫтәлде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ