Иртәгә Өфөнөң бер төркөм стоматологтары Ҡыйғы районына юллана

Ике көн дауамында улар йәш пациенттарҙың тештәрен дауалауҙан тыш, тештәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау буйынса кәңәштәр бирәсәк.

Төбәктәрҙә йәшәүсе балаларҙы сифатлы медицина менән тәьмин итеү маҡсатында күптән түгел республикаға «КамАЗ» базаһында күсмә комплекс ҡайтарылды. Тәгәрмәсле стоматология бүлмәһен һатып алыуға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур ярҙам күрһәткән. Мобиль дауалау-диагностикалау комплексында бөтә шарттар булдырылған. Уның өҫтөнлөктәрен тәүге булып Йылайыр районы балалары һынап ҡараны.

Өфөнән килгән теш табиптары 80-гә яҡын пациентты ҡабул итеп өлгөрҙө. Шулай уҡ стоматологтар төбәктә сəлəмəтлек дəрестəрен уҙғарҙы, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Белгестәр әйтеүенсә, республикалағы был башланғыс ауыл биләмәләрендә, бигерәк тә төпкөлдәрҙә йәшәүселәр өсөн стоматология ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә. Балаларға медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә.

Фото №1 - Иртәгә Өфөнөң бер төркөм стоматологтары Ҡыйғы районына юллана

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ