Өфөлә йәшәүсе 3 йәшлек бала ҡиммәтле операцияға мохтаж

Артур Фәттәхетдинов тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. 20 миллион һумдан ашыу аҡсаны хәйриә фондтары йыйырға ярҙам итә. Малайҙың ата-әсәһе битараф булмаған кешеләрҙән операциянан һуң дауаланыу өсөн ярҙам һорай. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Артурға әле 3 йәш тә юҡ, бала тын ҡыҫылыуынан яфалана. Малайҙың йөрәк сирле булып тыуасағы әсә ҡарынында ятҡанда уҡ билдәле була. Тәүге операция сабыйға ай ярым саҡта Өфөлә эшләнә, артабан Калининград һәм Германияла әмәлиәттәр яһала. Был малайҙың күкрәк ситлегенең формаһын юғалтыуға килтерә.

Күп ваҡытын дауаханаларҙа үткәргәнгә күрә Артур һуңыраҡ йөрөй һәм һөйләшә башлай. Йөрәк сирен Бостон ҡалаһында дауалау мөмкинлеге бар, операцияның хаҡы 20 миллион һумдан ашыу. Уны Фәттәхетдиновтарға хәйриә фондтары йыйырға ярҙам итә. Бынан тыш, йәшәү, дарыу, реабилитация өсөн миллион һумдан күберәк аҡсаны үҙҙәренә түләргә кәрәк, был сумманы йәш ғаилә күтәрерлек хәлдә түгел.  

Һау кешенең ҡанында кислород күрһәткестәре 98 процент тәшкил итергә тейеш, Артурҙа был һандар ни бары – 80-82 процент. Шуға күрә төрлө физик әүҙемлек тыйыла, хәүефле осорҙа тышҡа сығыуҙан да тыйылып тороу яҡшыраҡ.

Бәләкәй Артур изге күңелле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Аҡсаны экранда күрһәтелгән иҫәп буйынса күсерергә мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Фото №1 - Өфөлә йәшәүсе 3 йәшлек бала ҡиммәтле операцияға мохтаж

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ