Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 6-сы «Абилимпикс милли чемпионатының һуңғы этабы старт алды

«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» платформаһы сиктәрендә уҙғарылған ярыш был юлы дистанцион форматта үтә. Унда Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән 77 компетенция буйынса 2 меңдән ашыу конкурсант ҡатнашыр тип көтөлә.

«Абилимпикс» массаж оҫталары ярышы менән башланды. Өфө медицина коллежды студенты Эльвина Төмәнбаева конкурстың төбәк этабын еңеп сыға, хәҙер ул үҙ көсөн ил кимәлендә һынай. Конкурстың төп маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү.

Чемпионатта ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталыҡтарын эш биреүселәр һәм эксперттар Мәскәүҙән онлайн күҙәтә. Ҡатнашыусылар төбәктәрҙә ойошторолған майҙансыҡтарҙан бәйләнешкә сыға. «Абилимпикс» милли үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, чемпионат һөҙөмтәләре буйынса 4 меңдән ашыу студент эш урындары менән тәьмин ителгән. Кесаҙна Өфө медицина колледжы студенты «Лаборатория анализдары» йүнәлеше буйынса һынау тота.

Фото №1 - Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 6-сы «Абилимпикс милли чемпионатының һуңғы этабы старт алды

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ