«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә Шаран районында онлайн форматта «Туй йолаһы» фестивале үтте. Пандемия осоронда хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп уҙғарылған конкурсҡа 83 коллектив видеоматериалдар тәҡдим итә. Яҙмалар түңәрәк өҫтәлдә тикшереп, баһаланды.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса беренсе дәрәжә диплом менән өс коллектив – Әбйәлилдән «Күбәләк биҙәктәре», Бишбүләктән «Мерчен» халыҡ фольклор ансамбле һәм Дыуандан «Әйлеләр» ансамбле бүләкләнде. Улар башҡорт милли һауыт-һабалары һәм самауыр менән бүләкләнде. Фестиваль хужалары Шарандарға махсус диплом тапшырыды.
Гүзәл Борханова.





