Бәләбәй районында 10 миллиард һумға ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә

Бәләбәй районында 10 миллиард һумға ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә
Фото №1 - Бәләбәй районында 10 миллиард һумға ит эшкәртеү комбинаты төҙөлә

Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул бөгөн эш сәфәре менән Бәләбәй районында. “Бәләбәй һәм бөтә республика өсөн мөһим проект. Ит эшкәртеү комбинатының төҙөлөш майҙаны һайланған һәм әҙерләнгән. Инвестиция күләме 10 миллиард һум, 1 мең 200 эш урыны була. Был төбәктә яҡшы инвестклимат булдырыу һөҙөмтәһе. Пандемия ваҡытында ла проекттарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ”, тип яҙа Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ