Коронавирусҡа тапшырылған ПЦР-анализдың һөҙөмтәһен нисек белергә була? Республикала ошо һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Мәғлүмәт алыуҙа ҡыйынлыҡ күреүселәр социаль селтәрҙә лә хәбәр ҡалдырған. Ялыуҙарҙы “Инцидент-менеджмент” системаһы ла теркәгән. Бөгөн үткән онлайн брифингта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин күптәр өсөн көнүҙәк һорауға яуап ҡайтарҙы.
Һуңғы тәүлектә республикала 128 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Хәүефле вирус йоҡторған 353 пациент дауаханала ята. 1 мең 499 кеше өйҙә дауалана. Уларҙың 36-һы ауыр хәлдә. 13 кеше үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә үлем осрағы теркәлмәгән. Пандемия башланғандан алып, республикала коронавирустан 76 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларға ярҙам итеү маҡсатында Ситуация үҙәге ойошторолдо. Унда шылтыратыу бушлай. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 218-19-19. Үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
#инцидент #стопкоронавирус





