Бәләбәйҙәрҙе «Йырсы шишмәләр» ҡыуандыра

Ҡалала ошондай исем аҫтында яңы парк эшләй башланы. Заманса ял урыны менән бөгөн төбәккә эш сәфәре барышында Республика башлығы ла танышты. Күләмле сараларҙы ҡабул итергә әҙер парк хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡала уртаһындағы быуа буйын хәҙер танырлыҡ та түгел. Ял һәм уйын зоналары, спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары, сауҙа кибеттәре, туҡланыу урындары. Майҙанда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа күңеленә ятышлы шөғөл таба ала.

Был проект 2019 йылда уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеү яулай. Уның хаҡы 320 миллион һумдан ашыу. Шуға күрә паркты  төҙөкләндереүгә аҡсаның тос өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Республика ла, Бәләбәй хакимиәте лә төҙөлөштә ярҙам итә.

Бәләбәй шишмәләр төйәге, районда ер аҫтынан урғылған йөҙләп шифалы инеш иҫәпләнә. Шуға күрә ҡалалағы  парктың да тап йырсы шишмә тип аталыуы осраҡлы түгел. Уның исеме есеменә тура килә. Ял урыны заманса шарттар тыуҙырылыуы менән генә түгел, тәбиғи байлыҡтары менән дә үҙенсәлекле. Бында быуа ла, шишмә лә, ағаслыҡтар ҙа бар.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Красногорск менән идара иткәндә уға Иванов быуаларын төҙөкләндерергә тура килә. Хәҙер был парк ерле халыҡтың иң яратҡан ял урыны. Мәскәү өлкәһендә тупланған тәжрибә Башҡортостан проектын да юғары кимәлдә тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә. Уңышлы эш технологиялары Бәләбәйгә күсерелә.

Парктың Бәләбәйҙәр өсөн төп ял үҙәгенә әйләнәсәгенә шик юҡ. Көндәр һалҡынайтыуға ҡарамаҫтан, әле лә майҙандан халыҡ өҙөлмәй. Надежда Никитина, мәҫәлән, парктта скандинав таяҡтары менән йөрөргә сыҡҡан. Ханым был биләмәне хәҙер мөғжизәгә тиңләй, һаҡсыл мөнәсәбәт булһа парк бәләбәйҙәрҙе йылдар буйы ҡыуандырасаҡ, ти ул.

Бәләбәйҙең «Йырсы шишмәләре»н хәҙер ысын мәғәнәһендә ҡаланың визит картаһы тип атарға мөмкин. Киләсәктә ул күләмле сараларҙы ҡабул итеү майҙанына ла әүереләсәк тип көтөлә.

Фото №1 - Бәләбәйҙәрҙе «Йырсы шишмәләр» ҡыуандыра

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ