Интернет киңлектәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли образына арналған видеояҙма киң популярлыҡ яулай
Бер көн эсендә видеоны меңдәрсә кеше ҡараған. Уның нигеҙендә Башҡортостандың территориаль ырыуҙарға бүленеше һүрәтләнә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейем, биҙәүестәре төрлөлөгө традицион элементтарға ҡоролған. Замансалаштырылған халыҡ бейеүен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина башҡара. Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан булдырылған.
Азат Ғәлиуллин.





