Пандемия башланған осорҙан сирлеләр һаны 13446-ға етте. Дөйөм алғанда, Бөгөн республикала Ковид-19 вирусы йөрөтөүсе 1852 кеше иҫәпләнә. Сирлеләрҙең 353-ө стационарҙарҙа дауалана. Уларҙың 36-һы ауыр хәлдә, 13 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Бынан тыш, 1499 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә яңы инфекциянан 92 кеше һауыҡҡан. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Гөлдәриә Йосопова.




