Салауат ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр ҡарауһыҙ ҡалған фатирға асарбаҡтар үтеп инеүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Урындағы халыҡтың төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүе лә һөҙөмтә бирмәй. Ҡала хакимиәтенә ебәрелгән һуңғы хатҡа айҙан ашыу яуап ала алмаған милек хужалары беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән репортажда.
Ҡала үҙәге. Күп ҡатлы йорттағы 38-се фатир. Эргә-тирәлә ул тик насар яҡтан билдәлелек алған. Хужаһы инде өсөнсөгә алмашына. Һуңғыһы, күршеләренең үтенесе буйынса 21 көнгә Салауат ҡалаһының психоневрология диспансерына дауаланыуға оҙатыла. Тик үҙе өйҙө булмаһа ла, дуҫтары эйәләшә.
Бында ысын мәғәнәһендә, антисанитария хөкөм һөрә. Асарбаҡтар торлаҡты йәшәү һәм йәмәғәт бәҙрәф урынына әйләндергән. Резеда Шакирова әлеге фатирҙан бер ҡат аҫта йәшәй. Елләтеү ҡоролмаларынан тараҡан-себендәр үтеп инеүенән, түшәмдән ҡорттар ҡойолоуынан ул тамам ялҡҡан. Шуға ла, оло йәштәге ханым туғандары буйлап йөрөргә мәжбүр. Ул үҙе өсөн хәүефләнә.
Ҡурҡам, туғандарҙан туғандарға йөрөйөм. Ишекте асып инерҙәр ҙә, башыма һуғып, әллә нимә ҡыланырҙар. Көнө-төнө бында бомждар. Ишекте бикләп ятһам да, ҡурҡыныс.
Фатирҙан сыҡҡан еҫтән түҙеп торғоһоҙ. Ошо рәүешле булыуына тиҫтә йылдан. Янғын сығыу осрағы ла беренсегә теркәлмәй.
Асыҡланыуынса, был фатир ҡала хакимиәте ҡарамағында. Психоневрология диспансерында дауаланыусыға ул етем булараҡ бирелә. Шулай ҙа рәсмиләштермәгән.
Йорттоң 38-се фатирын коммуналь хужалыҡ та, янғын һүндереүселәр ҙә, полиция хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы белә. Ҡала хакимиәтенән генә әле килеп ураусылар юҡ, ти урындағы халыҡ. Бер ай элек яҙылған һуңғы хатҡа ла әлегәсә яуап булмаған. Ә күп ҡатлы йорт ихатаһы иһә Салауат ҡалаһында иң өлгөлө тип табылған. Фатирҙың һәм уны рәсмиләштермәгән хужаһының киләсәген муниципалитет етәкселегенән белештек.
Мәсьәлә хәл ителерме, юҡмы, әлегә асыҡ ҡала. Шулай ҙа ҡала хакимиәте тейешле инстанцияларға тапшырыласаҡ документтарҙың әҙер булыуын белдерҙе. Оҙаҡҡа һуҙыласағын да муниципалет йәшермәй. Ә урындағы халыҡ күршеһенең ошо арала психоневрология диспансерынан сығыуынан хәүефләнә. Үҙҙәре, балалары өсөн дә ҡурҡа.
Азат Ғәлиуллин.




