Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе 4-се класс уҡыусыһына Өфө ҡала советы депутаты планшет бүләк итте. Уҡыусы ауыр сир арҡаһында өйҙә белем алырға мәжбүр.
Эмиль өсөн был көтөп алынған бүләк. Ирекмән тапшырған планшет уға Өфө ҡала советы депутатынан. Эмиль баш ҡаланың 39-сы гимназияһында белем ала. Ҡаты сир арҡаһында малай мәктәпкә йөрөмәй, йоғошло сирҙән хәүеф бар.
Сентябрҙән бирле 4-се класс уҡыусыһы дистанцион уҡыуҙа. Дәрес ваҡытына уға ата-әсәһенең телефонын алып торорға тура килгән. Сөнки компьютерҙары ватылған, ә яңыһын алыу мөмкинлеге булмаған.
Эмиль рус теле һәм математика фәндәрен яратып уҡый. Киләһе дәресте түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки бының өсөн хәҙер үҙенең гаджеты бар. Хәлиуллиндар үтенесен яуапһыҙ ҡалдырмаған өсөн Ленин районы мәғариф бүлегенә һәм Өфө ҡала советы депутатына рәхмәтле.
Рәмилә Исмәғилева.




