Башҡортостанда айырым биләмәләрҙе үҫтереү буйынса программа эшләп килә

Башҡортостанда айырым биләмәләрҙе үҫтереү буйынса программа эшләп килә
Фото №1 - Башҡортостанда айырым биләмәләрҙе үҫтереү буйынса программа эшләп килә

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһы өсөн дә ошондай проект әҙерләнә. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында шул турала белдерҙе. Ҡасабаны комплекслы үҫтереү буйынса программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бының өсөн 3 миллиард һум бүленә, тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостанда айырым биләмәләрҙе үҫтереү буйынса программа эшләп килә

Приют ҡасабаһында “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла. Былтыр  күп фатирлы 13 йорт алды тәртипкә килтерелгән. Быйыл дүрт ихата төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда программа буйынса 10 миллион һум бүленә, шулай уҡ подъездарҙы ремонтлауға 2 миллион һум йүнәлтелә. Ҡасаба хакимиәте башлығы Лилиә Юнысова.

Башҡортостанда айырым биләмәләрҙе үҫтереү буйынса программа эшләп килә

Радий Хәбиров Приют ҡасабаһында паркта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәленә сәскә һалды, биләмәне тәртипкә килтереү барышы менән танышты. Республика Башлығы “Нефтсе” стадионын да ҡараны. Спорт объекты 37 йыл элек төҙөлгән. Радий Хәбиров стадионды төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ