Башҡортостан халҡы мәктәп ремонты һәм юл төҙөлөшө өсөн күберәк аҡса бүлергә үтенгән

Башҡортостан халҡы мәктәп ремонты һәм юл төҙөлөшө өсөн күберәк аҡса бүлергә үтенгән
Фото №1 - Башҡортостан халҡы мәктәп ремонты һәм юл төҙөлөшө өсөн күберәк аҡса бүлергә үтенгән

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай киләһе йылға бюджет проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары ойошторҙо. Быйыл ул онлайн үткәрелде. Халыҡтан 56 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Мәктәп, дауахана, юлдарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, эш хаҡын күтәреү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү кеүек тәҡдимдәр күберәк булған. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, финанс документты әҙерләгәндә, халыҡ мөрәжәғәттәре лә иҫәпкә алына. Иртәгә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтә. Унда депутаттар киләһе йылға бюджет буйынса законды беренсе уҡыуҙа ҡарарға йыйына.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ