Башҡортостанда пластик гранула икенсел сеймалдан етештерелә

Башҡортостанда пластик гранула икенсел сеймалдан етештерелә
Фото №1 - Башҡортостанда пластик гранула икенсел сеймалдан етештерелә

Благовещенда “Полиэф” ойошмаһында полиэтилентерефталат – ПЭТ сығарыуҙа яңы алым файҙаланыла. Сеймал булараҡ пластик шешәләр, аҙыҡ төргәге  ҡулланыла. Икенсе сеймалды файҙаланыу экологик яҡтан отошло – һауаны зарарлы газдар менән ағыулау кәмей, тип белдерәләр ойошманан. Республикала йылына 4 мең тонна пластик шешә туплана. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы яйға һалған осраҡта, был күрһәткесте 20 мең тоннаға еткерергә мөмкин. Аҙаҡ пластик шешәләрҙе эшкәртеүгә ебәрергә була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ