Йәрмәкәй районында аварияла өс кеше һәләк булған

Йәрмәкәй районында аварияла өс кеше һәләк булған
Фото №1 - Йәрмәкәй районында аварияла өс кеше һәләк булған

Тарҡаҙы – Яңы Троевка трассаһының 55-се километрында еңел автомобиль күперҙән Ыҡ йылғаһына осоп төшкән. “ВАЗ-2109” машинаһын һыуҙан сығарыу өсөн кран файҙаланырға тура килгән. Автомобиль эсендә 25 һәм 42 йәшлек ике ир-егет һәм 34 йәшлек ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе табылған. Тағы бер пассажир 23 йәшлек егеткә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана. Юлда транспорт хәрәкәте тотҡарланмаған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ