Республика Хөкүмәте ребрендинг үткәрергә ҡарар иткән. “Башҡортостан тауары” проекты 2013 йылдан ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә унда 500-ҙән ашыу етештереүсе ҡатнашты. Улар сығарған 17 мең төр тауары махсус билдә менән тамғалана. Яңы логотип милли символдар ҡулланып эшләнгән. Бында Башҡортостан дәүләт флагы һәм ҡурай тажы һүрәтләнгән.





