Күгәрсен районы Сәлих ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, ярыш сиктәрендә ойошторолған сараларҙың күбеһе онлайн тәртиптә үткән. Иң күп ҡаҙ үҫтереүселәр ҙә Интернет аша билдәләнгән. Әүҙем йәмәғәтсе Тәлғәт Сәлихов әйтеүенсә, иртәгә ауыл халҡы “Ҡаҙ өмәһе” еңеүселәрен мәҙәниәт усағында тәбрикләмәксе.
Быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында Күгәрсен районының байтаҡ ауылдары ҡатнашҡан. “Халыҡ биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, йорт-ҡураларҙы төҙөкләндерҙе”, - ти район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлфиә Искәндәрова.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабы ноябрҙә тамамлана.






