Өйҙә дауаланған ауырыуҙарға ирекмәндәр дарыу ташый

Ошо һәм башҡа эшмәкәрлекте ойоштороу маҡсатында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабы араһында килешеү төҙөлдө.

Штаб менән 85 медицина учреждениеһы араһындағы килешеүгә ярашлы, ирекмәндәр ковидҡа ҡаршы препараттарҙы сирлеләрҙең өйөнә алып барасаҡ. Рецепты улар поликлиниканан барып ала. Шулай уҡ рецепт буйынса дарыуҙар хроник сирлеләргә алып барыу ҡаралған. Шәкәр диабетынан интегеүселәргә лә ярҙам буласаҡ. 

Беҙ тәү сиратта өйҙә дауаланыусы ауырыуҙарға дарыуҙар илтеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтәбеҙ. Антиесемдәре булған 300 ирекмән эшләргә әҙер. Алдағы өс айҙа 19 меңдән 6 мең саҡырыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ. 

Рөстәм Әхмәҙинуров, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе
Фото №1 - Өйҙә дауаланған ауырыуҙарға ирекмәндәр дарыу ташый

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ