«Булгаков дачалары» һүтелерме?

Өфө районында урынлашҡан баҡсасылар ширҡәтендәге ерҙең статусы «ауыл хужалығы культураларын үҫтереү» өсөн тип үҙгәртелеүе ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы һәм прокуратура биләмәләге ерҙе ҡулланыуҙа етешһеҙлектәр табып, судта дәғүә белдерә. Бөгөн апелляция ҡарары иғлан ителде. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

2015 йылда Өфө районында «Булгаков дачалары» төҙөлә башлай, биләмә баш ҡаланан алыҫ түгел, шуға тиҙ үҫешә. Ҡола яланда бер нисә урам ҡалҡып сыға. Тик бөгөн ике йөҙҙән ашыу ер участкаһы хужаһы суд тупһаһын тапарға мәжбүр.

Башҡортостан прокуратураһы уҙғарған тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡануниәтте боҙоу осрағы теркәлгән. Асыҡланыуынса, биш йыл элек ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән биләмә шәхси ҡулдарға эләгә. Сәсеүлек эштәре күптән башҡарылмағанға күрә, ул генераль план буйынса киләсәктә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә яраҡлы тип һаналған. Был турала район хакимиәте тарафынан ерҙең хоҡуҡи ҡулланыусыһына ҡала төҙөлөшө регламентынан өҙөмтә бирелә.  

Ә бит ерҙең категорияһы баштан уҡ үҙгәртелгән булһа, күҙәтеүсе органдар тикшереү ҙә ойоштормаҫ ине. Быйыл июлдә Өфөнөң Совет районы суды ҡарарына ярашлы, прокуратура дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелә. Йәғни, «Булгаков дачалары» комплексындағы ер «ауыл хужалығы культуралары үҫтереү өсөн» генә яраҡлы. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың юғары судына апелляция бирелә. Әммә ҡарар йәнә үҙ көсөндә ҡалды.

Законға ярашлы эшләнек, ерҙең тәғәйенләнешен үҙгәртеүҙә бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоу осрағы булманы. Прокуратура тапҡан етешһеҙлектәр менән килешмәйбеҙ. Өфө районында өс йөҙҙән ашыу баҡсасылар ширҡәте иҫәпләнә, уларҙың 99 проценты ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙә урынлашҡан.

Кирилл Паличев, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Белгестәр биләмәләге йорттар һүтелмәйәсәк тип билдәләй. Әйтәйек, Нәжибә Хәйруллина 2017 йылда яҡынса ете йөҙ мең һумға  ер участкаһы һатып алған. Ҡатын мөлкәт ҡулланыуға сикләүҙәр һалынғанға күрә, хыялдағы өй төҙөлөшөн һаман башлай алмай интегә. 

«Булгаков дачалары» буйынса суд процестары артабан да дауам итәсәк. Ер участкалары хужалары апеляция ҡарарыналғандан һуң, Һамарҙағыалтынсы кассация судына ялыу ебәрергә ниәтләй. Барыһы киҫкен мәсьәлә ыңғай хәл ителеренә ышана.

Фото №1 - «Булгаков дачалары» һүтелерме?

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ