Әле төҙөлөш эштәренең беренсе этабы тамамланыу алдында. Ҡала баҡсаһында кескәйҙәрҙән алып өлкәндәргә тиклем ял итеү өсөн шарттар булдырыла. Объекттан БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Таш ҡырҡыу еңел эш түгел, әммә матурлыҡ ҡорбан талап итә. Эшсе онтаҡҡа күмелеп бөтә. Плитәләрҙе форма буйынса тигеҙ һалыу өсөн һәр миллиметрын иҫәпләргә кәрәк. Көнө буйы зырылдаған тауышҡа эргәләге йорттарҙа йәшәүселәр ҙә өйрәнеп бөткән. Сөнки бында улар өсөн ял урыны барлыҡҡа киләсәк. Өфө ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһенең Зәйнәб Биишева урамында парк төҙөлә. Эш августа башланған, әле беренсе этабы аҙағына яҡынлаша.
Проект ғәҙәттәге ҡала баҡсаларынан айырылып тора, ти төҙөүселәр. Ул өс яруслы була. Тау битләүендә урынлашҡан парктың тәүге өлөшөндә фонтан һәм тыныс ял өсөн эскәмйәләр ҡуйыла. Фонтандың нигеҙе һалынған, һыу торбалары үткәрелгән. Уртала сәхнә йыйылған. Бында төрлө байрамдар уҙғарыласаҡ. Кафе була. Ә тау түбәненә таба спорт майҙансығы булдырыу ҡаралған. Воркаут менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар ҡуйыласаҡ. Парк тирәләй йүгереү һәм йәйәү йөрөү өсөн һуҡмаҡтар һалына.
Парк өс гектар ерҙе биләй. Ул ҡалаларҙы үҫтереү институты проекты буйынса тормошҡа ашырыла һәм был маҡсатта 160 миллион һум аҡса бүленгән. Парк киләһе йылға ҡала көнөндә асылыр тип көтөлә.
Рәмилә Исмәғилева.




