Башҡортостан Хөкүмәте Өфөнөң Николай Валуев исемендәге спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырасаҡ

Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың бокс буйынса үҫмерҙәр араһында Европа чемпионы Азалия Әминева менән осрашыуында белдерелде. Октябрьский ҡалаһы спортсыһы Черногорияла уҙғарылған континенталь ярыштарҙа юғары оҫталыҡ күрһәтеп алдынғылыҡҡа сыҡты. Осрашыу барышында Премьер-министр был еңеүҙең Башҡортостан өсөн мөһимлеген билдәләне һәм Азалияға киләсәктә лә уңыштар теләне. Спортсыға һәм уның тренеры Александр Савкинға 100 һәм 50 мең һумлыҡ сертификаттар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Чемпион ҡыҙ ярыштан кисә генә әйләнеп ҡайтыуға ҡарамаҫтан оҙаҡлап ял итергә йыйынмай. Бер айҙан Сочиҙа спорт йыйындары башлана, ғинуарҙа Сербияла бокс буйынса турнир көтә. Ә апрелдә Азалия бөтә донъя чемпионатында Рәсәй данын яҡлаясаҡ.

Был еңеү ауыр бирелде тип әйтә алмайым, әммә тулҡынландым. сөнки тренерым да, спорт мәктәбе лә миңә ҙур өмөттәр бағлай ине. Еңеүгә бик шатмын, хәҙер киләһе ярыштарҙа ла һынатмау шарт. Европа чемпионы исемен бокс федерацияһының бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнгән тарихи мәлдә яулауым айырыуса иҫтәлекле.

Азалия Әминева, бокс буйынса Европа чемпионы
Фото №1 - Башҡортостан Хөкүмәте Өфөнөң Николай Валуев исемендәге спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырасаҡ

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ