Башҡортостан хирургтары һөнәри байрамын ҡаҙаныштар һәм алдынғы ысулдар менән яһалған уңышлы операциялар яһап ҡаршылай. Медицина тармағының яуаплы өлкәһендә эшләүселәргә пандемия шарттарында еңелдән түгел. Әммә республика хирургтары һынатмай.
Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы ҡарары менән «Алтын скальпель» профессор, нейрохирург Шамил Сафинға тапшырылды. Ә Резеда Ғәлимова менән Игорь Бузаевтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте махсус дипломдар менән баһаланды.
Республика хирургтарының ғилми-ғәмәли конференцияһында операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләре лә ҡаралды. Халыҡ-ара кимәлдәге фәнни мәҡәләләр авторҙары, хирургия өлкәһендә яңы алым индереүселәр махсус дипломдар менән бүләкләнде.
Гүзәл Борханова.




