Киләһе йылда республика халҡы тыуған яҡ тәбиғәте менән пароходта сәйәхәт итеп һоҡлана ала

Киләһе йылда республика халҡы тыуған яҡ тәбиғәте менән пароходта сәйәхәт итеп һоҡлана ала
Фото №1 - Киләһе йылда республика халҡы тыуған яҡ тәбиғәте менән пароходта сәйәхәт итеп һоҡлана ала

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙа. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йылға флоты 2017 йылда юҡҡа сыға яҙҙы, был саҡта уларҙы банкрот тип танынылар. Уға тиклем үк пароходтар һатыла, утилләштерелә ине. Хөкүмәт ойошма етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәт төҙөй алмаған, хәҙер беҙ быны төҙәтергә тырышабыҙ. Йылға судоходствоһын тергеҙергә ресурстар бар. Беҙ һыуҙан ҡом, таш, тоҙ һәм башҡа йөк ташыуҙы арттырыу юлында. Халыҡ туристик пароход маршруттарын булдырыу яҡлы. Пандемияға бәйле, бөтәһе лә ресублика эсендә сәйәхәт итергә тырыша, шуға был эште киләһе йылға планға ҡуябыҙ”, тип яҙа Андрей Назаров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ