“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең ярҙам” ирекмәндәр үҙәге бүлексәләре республиканың барлыҡ райондарында бар. Улар изоляцияла булыусыларҙың йомоштарын башҡара, урамда битлек тарата. Башҡортостан ирекмәндәр хәрәкәте үҙәгенең Мәләүез ҡала бүлеге етәксеһе Гүзәл Шәрипова.
Ҡалала 100-ҙән ашыу ирекмән эшләй. Саҡырыуҙарға сығыр алдынан инструктаж үткәрелә, тән температураһы үлсәнә.





