Коронавирус йоҡтороусыларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылған Ситуация үҙәгенә шылтыратыусылар араһында ата-әсәләр күп. Улар яҡындарының һаулығы өсөн борсола. Был турала беҙгә үҙәк операторы Регина Камалова белдерҙе.
Ситуация үҙәге операторҙары башҡорт телендә лә аралаша.
Ситуация үҙәгенә шылтыратыу бушлай. Бәйләнеш телефоны: +7 (347) 218-19-19. Үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.





