Ошо сәбәпле Бөрйәндең 30, Белорет районының 20 ауылы утһыҙ ҡалған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк бүлексәһенән белдерәләр. Ваҡиға урынына 6 авария бригадаһы ебәрелгән. Улар 4 сәғәт эсендә ремонт эштәрен башҡарған. Бөгөн бөтә ауылдарға ла электр бирелгән.





