Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, уға реставрация яһау планлаштырыла

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, уға реставрация яһау планлаштырыла
Фото №1 - Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, уға реставрация яһау планлаштырыла

Әле төҙөкләндереү ваҡыты һәм был эште башҡарыусы ойошма билдәләнмәгән, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Инженер-техник тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һәйкәл авария хәлендә һәм уға тиҙ арала ремонт үткәрергә кәрәк. Скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов та монументты төҙөкләндереү фекерен хуплай. Ижадсы белдереүенсә, яңыртыу мөмкинлеге булмаһа, уны яңынан ҡойорға кәрәк.

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, уға реставрация яһау планлаштырыла

Башҡортостан рәссамдар берлеге рәйесе Хәтип Фазылов та һәйкәлде яңыртырға кәрәк тип иҫпәләй.

Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, уға реставрация яһау планлаштырыла

Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылдың 17 ноябрендә ҡуйыла. РСФСР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары буйынса, монумент 1974 йылдың 4 декабрендә дәүләт тарафынан һаҡланған һәм ил әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Ул Рәсәйҙә генә түгел, Көнсығыш Европала иң ҙур атлы скульптура һанала. Бейеклеге 10 метр тирәһе, постаменты менән бергә иҫәпләгәндә 14 метр, ауырлығы 40 тонна. Һәйкәлдең авторы – скульптор Сосланбәк Тавасиев.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ