Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаиләне янғындан ҡотҡарған
Фото №1 - Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре күп балалы ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Ваҡиға Бөрө районы Николаевка ауылында булған. Капитан Рөстәм Нуруллин һәм өлкән лейтенант Рөстәм Ғилуанов патруль ваҡытында төтөн сыҡҡан ихатаны күреп ҡала. Ут мунсаға тоҡанған була. Тәртип һаҡсылары тиҙ арала хужаларҙы уята. Полиция хеҙмәткәрҙәре электрҙы өҙә, газ баллондарын сығара, шулай уҡ ике этте ҡотҡара. Янғын һүндереүселәр утты 3 сәғәт һүндерә. Йорт зыян күрмәй. Намыҫлы полиция хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәте менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡандар. “Егеттәр, афарин!”, “Ысын ирҙәр шундай була”, Батырлыҡ”, - тип яҙған интернет ҡулланыусылар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ