Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә
Фото №1 - Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, сара онлайн һәм офлайн тәртибендә ойошторола. Иртәгә Башҡортостан делегацияһы Ҡыуандыҡ һәм Һарыҡташ райондарында була. 28 ноябрҙә Ырымбур ҡалаһында тарих, тел һәм мәҙәниәт темаһына түңәрәк өҫтәл үтә, шулай уҡ башҡорт милли ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу уҙғарыла. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин әйтеүенсә, төбәктә төп иғтибар телде өйрәнеүгә йүнәлтелә.

Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә

Быға тиклем Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Пермь крайы, Свердловск өлкәһе, Ханты-Мансы автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһында үтте.

Волна
Акции БСТ