“Иң матур башҡорт һүҙе” проекты буйынса иң күп тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайланды

“Иң матур башҡорт һүҙе” проекты буйынса иң күп тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайланды
Фото №1 - “Иң матур башҡорт һүҙе” проекты буйынса иң күп тәҡдим ителгән 12 һүҙ һайланды

Ике аҙна дауамында халыҡ үҙ тәҡдимдәрен еткерә алды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сайтҡа 1 меңдән ашыу вариант ебәрелгән. Улар араһынан 12 һүҙ һайлап алынған. Исемлектә атай, йөрәккәйем, йән, йәнтөйәк, ҡот, намыҫ, өмә, сабыр, тылсымлы, хыял, һөйәм, әсәй күрһәтелгән. 14 декабргә тиклем bashslovo.ru сайтында ошо һүҙҙәр араһында тауыш биреү үткәрелә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ