Башҡортостанда архивтар күрһәткән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды

Башҡортостанда архивтар күрһәткән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды
Фото №1 - Башҡортостанда архивтар күрһәткән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу бурысы ҡуйылды

Бөгөн беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов архив эшен үҫтереү буйынса видеоконференция үткәрҙе. Республикала архив эшмәкәрлеге камиллаша бара. Матди-техник база нығытыла, һанлы технологиялар файҙаланыла. Башҡортостан Милли архивында халыҡ өсөн уҡыу залы йыһазландырылды, “Башархив.РФ” интернет-проекты булдырылды. Уның ярҙамында боронғо документтарҙың электрон күсермәһен ҡарарға мөмкин. Илшат Тажетдинов артабан халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу, яңы мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу кәрәклеген иғтибарға алды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ