Дәүләт наградаһын алыусылар араһында Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Венера Рәхмәтуллина ла бар. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме тапшырылды. Йырсы һирәк йырланған башҡорт халыҡ йырҙарын тәүгеләрҙән булып тамашасыға ишеттерҙе. Ул башҡарған әҫәрҙәр алтын фондҡа индерелгән. Венера Рәхмәтуллина тәьҫораттары менән уртаҡлаша.






