Унда коронавирус инфекцияһы менән көрәш саралары тикшерелде. Республика менән идара итеү үҙәгенең социаль коммуникациялар блогы етәксеһе Гөлназ Кәлимуллина халыҡтан ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса сығыш яһаны. Йыл башынан республикала йәшәүселәрҙән 9 мең ярым самаһы һорау ҡабул ителгән. Кешеләр йышыраҡ табиптар етмәүгә, участка табиптарының өйгә оҙаҡ килеүенә зарлана. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Салауат һәм Туймазы райондарынан ҡабул ителгән. “Ноябрҙә “Инцидент менеджмент” системаһына теркәлгән хаттар аҙайған. Сөнки Ситуация үҙәге эшләй башланы. Ул коронавирусҡа бәйле күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә ярҙам итә”, - тине Радий Хәбиров. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, киләһе аҙнала республикаға коронавирусҡа ҡаршы 1 мең дана вакцина килтерелә. Табип һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә прививка тәү сиратта яһала, тине ведомство башлығы. Радий Хәбиров вакциналау планына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусыларҙы ла индерергә ҡушты.





