Шулай итеп пандемия башланған осорҙан республикала Ковид-19 вирусы барлығы 13715 кешегә ҡуйылды. Бөгөн 438 сирле стационарҙарҙа дауалана, ауыр хәлдәге 36 пациенттың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Яңы инфекция менән ауырыусы тағы ла 1507 кеше йорт шарттарында дауаланыу курсы үтә. Пандемия ҡорбандары 78-гә етте – һуңғы тәүлектә сирҙән 2 кеше вафат булған. 76 пациент һауыҡҡан.




