Төп финанс документ бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында ла ҡаралды. Бюджет тураһындағы закон проектына ярашлы сығымдар 212 миллиард һумдан ашыр тип көтөлә, ә бына килем күрһәткесе 188 миллиард һумдан күберәк. Әммә депутаттар фекеренсә, борсолорға урын юҡ, дефицитты ҡаплау сығанаҡтары бар. Өҫтөнлөклө йүнәлеш булып социаль өлкә ҡала. Парламент ултырышында ҡаралған төп темалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Коронавирус пандемияһы иҡтисадҡа йоғонто яһамай ҡалмаған, быйыл ҡаҙнаға килем күрһәткесе кәмегән. Бигерәк тә нефть компанияларынан ингән һалымдар һәм йыйымдар әҙәйгән. Һөҙөмтәлә көтөлгән 154 миллиард һум урынына – 127 миллиард һум. Киләһе йыл бюджеты ла дефицит менән ҡабул ителә, әммә депутаттар фекеренсә хәүефләнергә урын юҡ. Барлыҡ социаль йөкләмәләр тулы кимәлдә үтәләсәк.
Табыш-килемгә ҡағылышлы тағы бер закон проекты криптовалюталар буйынса. Йәки етәкселәр, депутаттар декларация тапшырғанда биткоин кеүек виртуаль аҡсаларын да күрһәтергә бурыслы. Закон тарафынан электрон иҫәпте техник тикшереү мөмкинлектәре ҡарала.
Парламент ултырышында митингтарҙы уҙғарыу тәртибе лә ҡаралды. Теге йәки был проблема буйынса йыйындар уҙғарыусылар башҡа кешеләрҙең дә мәнфәғәтен ҡайғыртырға, тыныслығын боҙмаҫҡа тейеш. Һүҙ тәү сиратта дауахана, мәғариф учреждениелары, аэропорт, вокзалдар кеүек объекттар хаҡында бара.
Депутаттар тарафынан ҡаралған тағы бер мөһим закон проекты – сауҙа-сәнғәт палатаһының эшмәкәрлеген киңәйтеүгә, дәүләт, төбәк-ара бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Был үҙгәрештәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә күптән ҡабул ителгән.
Депутаттар бөгөнгө ултырышта Башҡортостан йәмәғәт палатаһы ағзаларын да һайланы. Тәҡдим ителгән 47 кешенән иң күп тауыш йыйған унауһы яңы составта эш башлаясаҡ. Был исемлектә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ике хеҙмәткәре лә бар – улар Илшат Абдуллин менән Ләйлә Афанасьева. Палатаға тағы ун ағзаны Республика Башлығы тәҡдим итәсәк.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 28-се пленар ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды. Пандемия менән бәйле залда депутаттарҙың бөтәһе лә юҡ, йәмғеһе 40 кеше, даими нигеҙҙә эшләгәндәр һәм иҫәп комиссияһы ағзалары. Ә ҡалған депутаттар парламент ултырышында онлайн рәүештә ҡатнаша.
Рәмзиә Кәримова.




