Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Алтын капитал» ойошмаһы етәксеһенә ҡарата суд ҡарары сығарылды. Эшҡыуар Кирилл Белоносов иркенән мәхрүм ителде. Финанс пирамида ойоштороусы 2013-2016 йылдарҙа граждандарҙың аҡсаһын үҙләштерә. Компания эшмәкәрлегенән башлыса хаҡлы ялдағы клиенттар зыян күрә. Дөйөм алғанда улар пирамидаға 89 миллион һум аҡса һалып алдана. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Биш йыл элек граждандарҙы финанс пирамидаға йәлеп иткән Кирилл Белоносов иғтибар менән суд ҡарарын тыңлай. Ҡатмарлы процесс һығымтаһы тиҫтәләгән сәғәт уҡыла. Ғәйепләнеүсе иркенән мәхрүм ителәсәген яҡшы аңлай, шуға ла әйберҙәрен рюкзакка алдан йыйып ҡуйған. Язаға тарттырылыусы пирамидаға ҡушылыусыларға ҙур сумманан 40% килем вәғәҙә итеп хаҡлы ялдағы кешеләрҙең аҡсаһын үҙләштерә. Был енәйәт эшендә 89 миллион һумдан ашыу сумма тураһында һүҙ бара.
«Алтын капитал» ойошмаһы эшмәкәрлегенән 450 кеше зыян күрә. Сәйер предприятие Стәрлетамаҡта ғына түгел, Ишембай, Салауат, Нефтекама шулай уҡ Ырымбур ҡалаларында эш алып барған. Проценттар ярҙамында аҡса эшләргә теләгән граждандар лайыҡлы ҡартлыҡҡа, вафат булған осраҡтағы хеҙмәттәргә, балаларына ярҙамға тип йыйған аҡсаларын пирамидаға һалып алдана.
«Алтын капиталдың етәксеһе 35 йәшлек Кирилл Белоносовҡа ҡарата енәйәт эше 2016 йылда ҡуҙғатыла. Дүрт йыл дауам иткән тикшереү барышында йөҙҙән ашыу экспертиза үткәрелә, документтарҙағы ҡултамғалар ҡарала һәм Кирилл Белоносов ғәйепле тип табыла. Уның 20 миллион һумға иҫәпләнгән фатиры, машинаһы һәм банк иҫәптәрендә булған аҡсаһы зыян күреүселәрҙең бер өлөшөнә күсереләсәк тип көтөлә. Әммә юҡҡа сыҡҡан аҡсаларҙың төп өлөшө нисек ҡайтарыласағы әлегә хәл ителмәй. Шуға ла пирамидаға аҡса индереүселәр ғәҙеллек өсөн артабан көрәшәсәкбеҙ тип уртаҡлаша. Ғәйепләнеүсе рәшәткә артында булыуҙан ғына зыян күреүселәрҙең күңел әрнеүе баҫылмай.
Стәрлетамаҡта финанс мутлашыу менән бәйле енәйәт эшенә бөгөн нөктә ҡуйылды. Хаҡлы ялдағы граждандарҙын аҡсаһын үҙләштереүсе Кирилл Белоносов биш йылға иркенән мәхрүм ителде. Зыян күреүселәр был яза менән риза түгел, улар юғалтҡан аҡсаларын ҡайтарыу өсөн Башҡортостан Юғары судына мөрәжәғәт итергә йыйына.
Флорида Ким.




