«Әсәй-эшҡыуар» исемле федераль белем биреү программаһы һөҙөмтәләре билдәле булды

Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән проектта еңеүсегә 100 мең һумлыҡ грант тапшырыла. Уны Өфөлә йәшәүсе Альбина Мортазина ота. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Хоккей коробкаһы бында күптән бар. Әммә Миловка балаларына унда шөғөлләнеү уңайһыҙ, кейенеп-сисенеү бүлмәһе булмау ҙур мәсьәләгә тиң. Урында йәшәгән Альбина Мортазина ике бала әсәһе, сабыйҙарының киләсәген хәстәрләп ул һырғалаҡты йыһазландырырға була.

Минең проект ғаилә менән ял ваҡытын файҙалы итеп үткәреүгә йүнәлтелгән. Кейенеп-сисенеү бүлмәһе барлыҡҡа килгәс, ата-әсәләр ҙә тынысыраҡ булыр, тип ышанам. Сөнки ошоға тиклем балалар тышта кейенә торғайны.

Альбина Мортазина, «Әсәй-эшҡыуар» федераль программаһы еңеүсеһе

«Әсәй-эшҡыуар» федераль программаһының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үтте. Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән сара 30 иң яҡшы һәм ҡыҙыҡлы проект авторҙарын берләштерә. Гүзәл заттар биш көн дауамында эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәнә, проектты тормошҡа ашырыу этаптары менән таныша. Курс аҙағында һәр ҡатнашыусы үҙ идеяһын баһалама комиссияға тәҡдим итә, еңеүсе 100 мең һумлыҡ финанс ярҙам ала.

Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарға хөрмәт менән ҡарайым. Сөнки сабыйҙар бала саҡтан әсәй булырға ла, үҙ эшеңде асырға ла мөмкин икәнлеген күреп һәм аңлап үҫә. Ҙурайғас әсәйем уңышлы кеше тип ғорурлана аласаҡ.

Рәмил Хисмәтуллин, Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү агентлығы директоры

Конкурс еңеүсеһе Альбина Мортазинаның программаһы, Миловка һырғалағын йыһазландырыуға йүнәлтелгән. План буйынса бында киләсәктә прокат та эшләйәсәк. Проект урындағы хакимиәт менән берлектә ғәмәлгә ашырыла.

Миловка ауылында спорт үҫешә. Үҙебеҙҙең хоккей командабыҙ ҙа бар. Ауыл халҡының дәртле булыуы ҡыуандыра, проектты бергәләп тормошҡа ашырасаҡбыҙ.

Мөсәүир Шәбиев, Өфө районының Миловка ауыл советы Башлығы
Башбат

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, республика эшҡыуарҙарының 45 проценты ҡатын-ҡыҙ. Өҫтәүенә, һәр өсөнсө проект – социаль әһәмиәтле. Шуға күрә киләсәктә лә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү» милли проекты сиктәрендә белем биреү курстары үткәреү күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова.

Фото №1 - «Әсәй-эшҡыуар» исемле федераль белем биреү программаһы һөҙөмтәләре билдәле булды

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ