Был турала “Инвестиция сәғәте”ндә белдерелде. проект 4 стадияла башҡарыла. 2022 йылға тиклем 80 гектар ерҙә алмағастар ултыртыла. Еләк, миләш, ҡарағат үҫтереү ҡеүәте арттырыла. Һөҙөмтәлә 145 яңы эш урыны булдырыла. Артабанғы этаптар 2034 йылға тиклем һуҙыла. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, был тәүәккәл аҙым, сөнки тәүге һөҙөмтә 2022 йылда ғына билдәле була, Ойошма дәүләттән өлөшләтә компенсация, техника алыуға льготалар кеүек ярҙам ала.





